Новости
8 Июня 2021, 13:50

Башҡортостанда 1 июлдән коммуналь тарифтар күпмегә артасағы билдәләнде

2021 йылдың 1 июленән РФ Хөкүмәте ҡарары менән Башҡортостан халҡы коммуналь хеҙмәттәр өсөн индергән түләмдең уртаса артыуы 3,8 % кимәлендә билдәләнде.

2021 йылдың 1 июленән РФ Хөкүмәте ҡарары менән Башҡортостан халҡы коммуналь хеҙмәттәр өсөн индергән түләмдең уртаса артыуы 3,8 % кимәлендә билдәләнде, тип хәбәр итте “Башинформ”.
Электр энергияһына тариф быйыл 1 июлдән 5%-ҡа арта, газ 3%-ҡа ҡиммәтләнә, башҡа коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ шулай уҡ уртаса 3%-ҡа арта. Шулай итеп, барлыҡ коммуналь хеҙмәттәр өсөн йыйылма түләм үҙгәреше 5,8 %-тан артмай.
Аҡсалата газға уртаса хаҡ – 1 кубометрға 7,64 һум, электр энергияһының киловатт-сәғәте – 3,5 һум, һыу менән тәьмин итеүге һәм канализацияға – 1 кубометрға 27,5 һум, йылылыҡ гигакалорийға 2148,26 һум тәшкил итәсәк.
Читайте нас