Новости
8 Июня 2021, 10:45

Башҡортостанда пенсионерҙарға һәм инвалидтарға турист юлламалары хаҡын субсидиялау өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә

21 июндән Башҡортостанда республика пенсионерҙарына һәм инвалидтарына турист юлламалары хаҡының бер өлөшөн субсидиялауға сертификаттар бирә башлаясаҡтар.

Добавить в предпочтительные источники Google
21 июндән Башҡортостанда республика пенсионерҙарына һәм инвалидтарына турист юлламалары хаҡының бер өлөшөн субсидиялауға сертификаттар бирә башлаясаҡтар. Был хаҡта БР Туризм буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә таянып, “Башинформ” хәбәр итте.
Бындай субсидиялау “БР-ҙа эске һәм ситтән ингән туризмды үҫтереү” дәүләт программаһының “БР-ҙа туризмдың социаль ролен үҫтереү һәм көсәйтеү” подпрограммаһын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды.
Сертификаттар теркәлеү урыны буйынса Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдарында һәм “Ғаилә” район-ара үҙәктәрендә биреләсәк.
Эксперт советы тарафынан быйыл Башҡортостан маршруттары буйынса пенсионерҙар һәм инвалидтар өсөн 186 социаль тур һайлап алынған.
Быйыл туристик юлламалар менән бөтәһе 7,8 млн һумлыҡ суммаға Башҡортостандың 905 кешеһен тәьмин итеү планлаштырыла.