Бөтә донъя фольклориадаһы делегаттары матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса CIOFF® конференцияһында ҡатнаша.
4 июлдә VI Бөтә донъя фольклориады сиктәрендә Өфөлә матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса CIOFF® халыҡ-ара конференцияһы уҙа. Матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау мәсьәләләрен Рәсәйҙең бер нисә төбәге – Бүрәт, Башҡортостан, Алтай республикалары, Пермь крайы вәкилдәре ҡараясаҡ. Конференция эшендә фольклориадала ҡатнашыусы һәр ил вәкилдәре буласаҡ.
Форум эше “Торатау” конгрес-холында сәғәт 10-дан 13.00-гә тиклем планлаштырылған. Конференция менән бер рәттән CIOFF® йәштәр комитеты вәкилдәре менән майҙансыҡ эше ойошторола, унда төрлө халыҡтарҙың традицион уйындарын, мастер-кластар, бейеү флешмобтарын һ.б. ҡарарға мөмкин буласаҡ.