Новости
8 Июня 2021, 05:30

Путин “Башҡортостан сода компанияһы” менән идара итеүҙе республикаға тапшырҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Башҡортостан сода компанияһы”ның (БСК) 38,3 % акцияларын – Башҡортостанға һәм 11,7%-ын төбәк фондының ышаныслы идаралығына тапшырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Башҡортостан сода компанияһы”ның (БСК) 38,3 % акцияларын – Башҡортостанға һәм 11,7%-ын төбәк фондының ышаныслы идаралығына тапшырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә РИА Новости.
Бындай ҡарар тураһында Путин март айында уҡ һөйләгәйне һәм һөҙөмтәлә Башҡортостан тулыһынса предприятие менән идара итә аласағы, шул уҡ ваҡытта акцияларҙың контроль пакеты федераль милекселектә ҡаласағы тураһында белдергәйне.
"Принять предложения правительства Российской Федерации и главы Республики Башкортостан... о передаче в собственность Республики Башкортостан находящихся в федеральной собственности 38,3 процента обыкновенных акций (634 174 штуки) акционерного общества "Башкирская содовая компания"... о передаче в доверительное управление акционерному обществу "Региональный фонд" (город Уфа) находящихся в федеральной собственности 11,7 процента обыкновенных акций (194 151 штука) акционерного общества "Башкирская содовая компания", - тип яҙылған документта.
Фото: Яндекс. Картинки.
Читайте нас