Новости
8 Июня 2021, 14:45

Тағы 10 меңгә яҡынлашты

Рәсәйҙә март айынан алып беренсе тапҡыр бер тәүлектә коронавирус йоҡтороусылар һаны 10 меңгә яҡынлашты.

Рәсәйҙә март айынан алып беренсе тапҡыр бер тәүлектә коронавирус йоҡтороусылар һаны 10 меңгә яҡынлашты.
Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙә 9977 кешелә COVID-19 асыҡланған, тип хәбәр итте федераль оператив штаб. Был һан һуңғы тапҡыр 14 мартта юғарырыаҡ булғанйны, ул саҡ оперштаб 10083 кеше йоҡтороуы тураһында хәбәр иткәйне.
Иң күп сирләүселәр ғәҙәттәгесә Мәскәүҙә. Һуңғы тәүлектә баш ҡалала 3817 кешегә COVID-19 диагнозы ҡуйылған.
Башҡортостанда иһә 89 кешелә коронавирус табылған. Пандемия башланғандан алып бөтә йоҡтороусылар һаны 38923-кә етте. 532 кеше вафат булды.
Читайте нас