Новости
8 Июня 2021, 04:55

Умартасылар менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса комиссия ойошторола

МР хакимиәтенең бәләкәй залында Ейәнсура умартасыларының мөрәжәғәттәре буйынса район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары С. Йәрмөхәмәтов улар менән осрашты.

МР хакимиәтенең бәләкәй залында Ейәнсура умартасыларының мөрәжәғәттәре буйынса район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары С. Йәрмөхәмәтов улар менән осрашты, тип хәбәр ителә хакимиәттең социаль селтәрҙәге рәсми төркөмөндә.
Осрашыуҙа урмандарҙы ишһеҙ ебәк күбәләгенә ҡаршы эшкәрткәндә бал ҡорттарын һаҡлау мәсьәләләре ҡаралды. Самат Фирҡәт улы йыйылыусыларҙы урмандарҙы эшкәртеү буйынса үткәрелгән саралар һәм ҡорттарҙы һаҡлау өсөн нимәләр эшләнеүе тураһында һөйләне.
Шулай уҡ осрашыуҙа Ейәнсура райветстанцияһы начальнигы А. Ишеғолов, мәғлүмәт-консультация үҙәге зоотехник-консультанты Р. Абдуллин, Ейәнсура урмансылығы буйынса бүлек начальнигы Ш. Татлыбаев һәм район умартасылары ассоциацияһы рәйесе Ғ. Ҡәҙербәков ҡатнашты.
А. Ишеғолов хәҙерге хәл-торош һәм ағыуланыуға шик тыуғанда үлгән ҡорттарҙы һайлап алыу ҡағиҙәләре буйынса ҡыҫҡаса мәғлүмәт менән сығыш яһаны. Ш. Татлыбаев ишһеҙ ебәк күбәләгенә ҡаршы эшкәртеү ысулдары һәм йәлеп ителгән техника тураһында һөйләне. Умартасыларҙың һорауҙарына яуаптар бирелде.
Осрашыу йомғаҡтары буйынса район умартасылары менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса комиссия ойошторорға ҡарар ителде, ул бал ҡорттарының һәләк булыуына бәйле барлыҡҡа килгән хәл-торошта туранан-тура ярҙам күрһәтәсәк.
Читайте нас