Новости
10 Июня 2021, 09:45

Афарин , 7-селәр!

Был балаларҙы Иҫәнғол башҡорт гимназияһының 1-4 класында уҡығанда класс етәкселәре Гөлнара Зарипова уҡытты. Ул уҡыусыларына халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләне. Гөлнара Шаһибал ҡыҙы йыш ҡына уҡыусылар менән әкиәттәр сәхнәләштерҙе, хатта район кимәлендә үткән конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар алып, Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була торғайнылар. Быйыл был уҡыусылар башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошторған "Өләсәйем әкиәттәре" онлайн-конкурсында ҡатнашҡайны, ниһәйәт, йомғаҡ яһалды. Иҫәнғол башҡорт гимназияһының 7-се класс уҡыусылары ЕҢЕҮСЕ булды. Был әкиәтте балалар менән тәрбиәсе Әйҙәшева Юлиә Мирғәли ҡыҙы, район Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе, гимназия китапханасыһы Ҡунысбаева Нурия Мөхтәр ҡыҙы әҙерләне, ә Төкөмбәтов Фәнүр Ғайса улы музыкаль яҡтан биҙәп, видеоға төшөрҙө. Жюри ағзалары 500 конкурс эше араһынан 48 эште айырып ала һәм беҙҙең гимназияның 19 уҡыусының сығышына юғары баһа бирҙе. Афарин, конкурста ҡатнашыусылар! Һеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ!

Был балаларҙы Иҫәнғол башҡорт гимназияһының 1-4 класында уҡығанда класс етәкселәре Гөлнара Зарипова уҡытты. Ул уҡыусыларына халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләне. Гөлнара Шаһибал ҡыҙы йыш ҡына уҡыусылар менән әкиәттәр сәхнәләштерҙе, хатта район кимәлендә үткән конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар алып, Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була торғайнылар.
Быйыл был уҡыусылар башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошторған "Өләсәйем әкиәттәре" онлайн-конкурсында ҡатнашҡайны, ниһәйәт, йомғаҡ яһалды. Иҫәнғол башҡорт гимназияһының 7-се класс уҡыусылары ЕҢЕҮСЕ булды. Был әкиәтте балалар менән тәрбиәсе Әйҙәшева Юлиә Мирғәли ҡыҙы, район Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе, гимназия китапханасыһы Ҡунысбаева Нурия Мөхтәр ҡыҙы әҙерләне, ә Төкөмбәтов Фәнүр Ғайса улы музыкаль яҡтан биҙәп, видеоға төшөрҙө. Жюри ағзалары 500 конкурс эше араһынан 48 эште айырып ала һәм беҙҙең гимназияның 19 уҡыусының сығышына юғары баһа бирҙе. Афарин, конкурста ҡатнашыусылар! Һеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ!
Читайте нас