Бер ус йөҙөмдө яҡшылап йыуабыҙ ҙа ҡайнар һыу менән бешекләйбеҙ. Унан стаканға һалып, өҫтөнә ҡайнап һыуынған һыу ҡойоп, бүлмә температураһында бер тәүлек тотабыҙ.
Ваҡыт еткәс, иң яҡшыһы – иртә менән төнәтмәне эсергә һәм бер ус йөҙөмдө ашарға кәрәк. Ошо процедураны ай дауамында аҙнаһына бер-ике тапҡыр ҡабатлайбыҙ.
Шуға ла иғтибар итергә кәрәк: дауаланыу ваҡытында рационығыҙға күберәк йәшелсә һәм емеш-еләк индерегеҙ. Айырыуса алма, банан, әфлисун, кипкән емеш-еләк, кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтәгә өҫтөнлөк бирегеҙ. Шулай уҡ таҙа һыуҙы күберәк эсергә кәңәш ителә.