“Ейәнсура районы хкимиәте башлығы Дәмин Юланов, Иҫәнғол ауыл биләмәһе башлығы Роберт Мәсәғүтов, Торлаҡ-коммуналь төҙөлөш кампанияһы директоры Роберт Сырлыбаев, район Советы депутаты Лилиә Ишҡыуатова булышлығы менән Шайморатов урамы осондағы һаҙмат урынға таш түшәп, юл тигеҙләнде. Элек яҙын һәм көҙөн был урын йәйәү ҙә, машинала ла үтерлек булмай торғайны. Шулай уҡ был эштә туранан-тура ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙҙең проблемаға битараф ҡалмағанығыҙ өсөн рәхмәт”, –
тип яҙҙылар МР хакимиәтенең социаль селтәрҙәге рәсми төркөмөндә.