Яҡташыбыҙ “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнде
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 2021 йылдың 9 июнендәге указы менән “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы булдырылды. Ул һөнәри оҫталыҡ, оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән өсөн тапшырала.
11 июндә Өфөлә Радий Хәбиров беренсе тапҡыр был миҙалды республиканың алдынғы хеҙмәтсәндәренә тапшырҙы. Юғары дәүләт наградаһына лайыҡ булған төрлө тармаҡ хеҙмәткәрҙәре араһында Туймазы ҡалаһының 6-сы мәктәбе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Самаҙы ауылында тыуып үҫкән Гөлмира Йәмил ҡыҙы Бикбулатова ла бар. Ҡотлайбыҙ!