Бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһы – Өфө көнө
Өфөм башҡалам балҡый йыһанда,
Ярты донъяны бергә йыйған да…
Ер шарын урай ябай бер Ҡурай,
Халҡымдың моңо унда яңғырай!
Йөрөйбөҙ икәү шул моңдо кисеп,
Ҡурай моңдарын ҡуш услап эсеп,
Иҫкиткес матур , башҡалам Өфөм!
Һин минең янда булғаның өсөн!
Киске Өфөлә уттар ҡабына,
Һинең күҙҙәрҙә улар сағыла,
Өфө ҡалаһы шундай ныҡ матур!
Беҙгә ҡул болғай Салауат батыр!
Ете Ҡыҙ ҙа бит гүйә терелгән,
Ҡойонорға тип Өфөгә килгән,
Өфө ҡалаһы йәйғор нурында,
Һинең ҡулдарың минең ҡулымда…
Мең балҡыш нурҙа ҡойона Өфөм,
Бар халыҡ һиңә һыйына Өфөм,
Йөрөйбөҙ икәү киске урамда,
Ҡойоноп ҡына һөйөү нурында.
Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбаева