Новости
12 Июня 2021, 08:25

Яғыулыҡ һатып алам тип, 330 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Ишембай районының Яңы Ауыл ауылында йәшәүсе ир кеше техникаһы өсөн отошло хаҡҡа солярка һатып алмаҡсы булған, әммә бөтөнләй икенсе төрлө килеп сыҡҡан.

Ишембай районының Яңы Ауыл ауылында йәшәүсе ир кеше техникаһы өсөн отошло хаҡҡа солярка һатып алмаҡсы булған, әммә бөтөнләй икенсе төрлө килеп сыҡҡан, тип хәбәр итә news102.ru
Ул һатыусы менән телефон аша һөйләшеп килешкән. Аванс түләргә кәрәк булған. Һатыусы, йәнәһе, түләмде үткәреү өсөн тип, ирҙең картаһының мәғлүмәттәрен һорағас, ул барыһын да ебәргән. Әммә отошло хаҡҡа яғыулыҡ һатып алыу урынына уның картаһындағы 330 мең һумдан артыҡ аҡса юҡҡа сыҡҡан.
Фото: Яндекс. Картинки.
Читайте нас