+12 °С
Облачно
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
МАХ
Новости
16 Июня 2021, 14:45
Башҡортостанда йәштәрҙе арттырмаҡсылар
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары 23 июндә йәштәр сәйәсәте тураһында закон проектын ҡараясаҡ
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары 23 июндә йәштәр сәйәсәте тураһында закон проектын ҡараясаҡ, тип
хәбәр итте
UfaTime.ru.
Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, проектта йәш сиктәрен күсереү ҡаралған: 14-тән 35 йәшкә тиклемге кешеләр йәштәр тип һаналасаҡ. Һөҙөмтәлә чиновниктар рәсми рәүештә “йәштәр” тип атай аласаҡ кешеләр һаны, иҫәпләүҙәр буйынса, 1,1 миллионға тиклем артасаҡ.
Толкачев был законды ҡабул итеү шулай уҡ төбәктәге дөйөм йәштәр сәйәсәтен үҙгәртеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул хәҙер йәш кешеләрҙең бөтә категорияларының ихтыяждарын иҫәпкә аласаҡ, сөнки 35-тәгеләр ҙә, 14 йәшлектәр ҙә “йәштәр” тип аталһалар ҙа, уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары һәм маҡсаттары төрлө.
Фото:® UfaTime.ru
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"