Урмандарыбыҙға ишһеҙ ебәк күбәләге ҡарышлауыҡтары зыян килтереүенә, уларҙы ағыулауҙан бал ҡорттары үлеүенә өҫтәп, тағы бер бәлә.
Баймаҡ районынан Илсур И. социаль селтәрҙә бик күп саранчалар болото ябырылыуын хәбәр итә.
– Баймаҡ районы. Билал һәм Өмөтбай ауылдары араһында саранча миграцияһы. Ҡоролоҡ, ишһеҙ ебәк күбәләге, хәҙер тағы саранча, – тип яҙған Илсур.