Новости
17 Июня 2021, 17:10

Шулай ҙа була икән: иҫерек водитель полиция хеҙмәткәрен бәреп, ике ЮХХДИ машинаһын төкөгән

"Шевроле" автомобиле водителе туҡтарға тигән талапты инҡар иткәс, юл инспекторҙары машинаны ҡыуырға мәжбүр була.

Өфөлә шәп тиҙлектә ҡыуып, юлда авария хәле тыуҙырған "Шевроле" автомобиле водителе туҡтарға тигән талапты инҡар иткәс, юл инспекторҙары уны ҡыуырға мәжбүр була. Ҡағиҙә боҙоусы водителде бары гараждар кооперативында ғына туҡтата алалар. Был водителдең ике патруль машинаһынан тыш, йорттар ихатаһында торған ике автомобилде төкөүе асыҡлана. Медицина тикшереүе водителдең 1 л һулышынды 0,275 мг алкоголь булыуын күрһәтә. Йәш ир әлегә 15 тәүлеккә ҡулға алынған, ә полиция вәкилен төкөгән өсөн уны енәйәт эше көтә.
Читайте нас