Новости
17 Июня 2021, 05:30

Тауыҡ йомортҡаһындай боҙлауыҡ

Бүздәк ауылында тауыҡ йомортҡаһы ҙурлығында борсаҡ яуған. Урындағы халыҡ социаль селтәрҙәрҙә ваҡиға урынынан кадрҙар һәм видео менән бүлешкән.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан халҡын һауа торошоноң боҙолоуы, көслө ел һәм боҙ-борсаҡ тураһында иҫкәрткәйне. Тәүгеләрҙән булып тәбиғәт ғәрәсәте менән Бүздәк ауылында йәшәүселәр осрашҡан. Район үҙәгендә тауыҡ йомортҡаһы ҙурлығында борсаҡ яуған. Урындағы халыҡ социаль селтәрҙәрҙә ваҡиға урынынан кадрҙар һәм видео менән бүлешкән.
Боҙ-борсаҡтан һуң районда көслө ямғыр башланған. Хәҙер ауыл халҡы шәхси уңышҡа килгән зыянды иҫәпләй.
Башинформдан.
Читайте нас