Новости
20 Июня 2021, 14:45

Дистанциялы уҡытыуға күсәләр

Башҡортостан университеттары, колледждары һәм техникумдары дистанциялы уҡытыуға күсә

Башҡортостан университеттары, колледждары һәм техникумдары дистанциялы уҡытыуға күсә, тип хәбәр итә “Башинформ”.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡыу дәрестәрен һәм сессияны дистанциялы форматҡа күсерә. Йәғни студенттар ситтән тороп консультациялар ала һәм имтихандар тапшыра. РФ Мәғариф министрлығы тәҡдимдәренә ярашлы, был хаҡта бойороҡҡа вуз ректоры Салауат Сәғитов ҡул ҡуйған.
Быға тиклем Өфөнөң ҡайһы бер колледждары һәм техникумдары дистанциялы уҡытыу һәм сессия тапшырыу форматына күскәйне.
Читайте нас