Новости
23 Июня 2021, 05:35

Вакцинацияланғандар араһында фатир һәм ун смартфон уйнаталар

23 июндә 17 сәғәттә “Вся Уфа” телеканалында үҙенсәлекле отош башлана

23 июндә 17 сәғәттә “Вся Уфа” телеканалында үҙенсәлекле отош башлана, тип хәбәр итә “Башинформ”. Коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцина яһатҡан Өфө кешеләре араһында фатир һәм һуңғы моделдәге ун смартфон уйнаталар.
“Сәләмәт Өфө” акцияһы 14 майҙан 20 июнгә тиклем уҙҙы. Унда ҡатнашыу өсөн вакцинация пункттарының береһендә прививка эшләтеп, уникаль кодлы флаер алырға һәм уны “Сәләмәт Өфө” сайтында теркәргә кәрәк ине.
Шулай уҡ эксперттар тура эфирҙа вакцинация темаһына һорауҙарға яуап бирәсәк. Отошта ҡатнашыусы бөтә вакцинацияланыусыларҙың мәғлүмәттәре комиссия тарафынан тикшереләсәк.
Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас