Новости
23 Июня 2021, 15:25

Яңы локдаун иғлан ителде

27 июндән 11 июлгә ҡәҙәр ҡәтғи сикләүҙәр режимы индерелде

Рәсәй төбәктәренең береһендә 27 июндән 11 июлгә ҡәҙәр ҡәтғи сикләүҙәр режимы индерелде, тип хәбәр итә news.mail.ru
Бүрәт Республикаһында ике аҙнаға предприятиелар һәм ойошмалар эшмәкәрлеге тыйыла. Был йәшәйеште тәьмин итеүсе ойошмаларға, аҙыҡ-түлек магазиндарына, беренсе кәрәк-яраҡ тауарҙары һатыусы сауҙа ойошмаларына, дарыуханаларға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа, йәмәғәт транспортына, киң мәғлүмәт сараларына ҡағылмай.
Шулай уҡ 14 йәшкә тиклемге балаларға ололр оҙатыуында ғына урамға сығырға мөмкин.
Сикләүҙәр индереүҙең маҡсаты ­– бишенсе аҙна рәттән насарланған эпидемиологик хәл-торошто тоторҡландырыу. Күпләп ял итеү урындарына, шул иҫәптән Байкал һәм Суртан күлдәре йүнәлешендә лә барыу сикләнә.
Фото: Евгений Биятов / РИА Новости
Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас