Бөгөн, 28 июндә, республикала урыны менән ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана, тип иҫкәртә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығы. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, эҫе буласаҡ һәм көндөҙ һауа температураһы +29...+34 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 5 метрға тиклем тиҙлектә иҙүҫә, күк күкрәгәндә көсәйеүсән.