Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында 2021/2022 уҡыу йылында беренсе курс студенттары өсөн бюджет урындары һаны билдәле булды.
Республика вуздары быйыл бюджет урындарына 13162 студент ҡабул итәсәк. Был хаҡта “Фән сәғәте”ндә республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин хәбәр итте.
“Иң элек беҙгә, Башҡортостан вуздарына талантлы егеттәр һәм ҡыҙҙар – йөҙ балл йыйыусылар, бөтә Рәсәй олимпиадалары призерҙары уҡырға инһен өсөн, иң аҡыллылар өсөн көрәшергә кәрәк”, – тип билдәләне ул.
5 июлдә бөтә предметтар буйынса БДИ һөҙөмтәләре билдәле буласаҡ. БР мәғариф министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, 87 сығарылыусы имтихандарҙа максималь балл алған да инде. Өс кеше ике премет буйынса 100 балл йыйған.
Былтыр республика вуздарына бюджет урындары һаны 11,2 мең булғайны.