Новости
28 Июня 2021, 06:15

Мышыға бәрелеп, юлдан төшөп киткән

Башҡортостандың Архангел районында бөгөн иртән үлемесле авария булған.

Башҡортостандың Архангел районында бөгөн иртән үлемесле авария булған. Республика Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, Өфө – Инйәр – Белорет автоюлының 46-сы саҡрымында Ырымбур өлкәһенән 49 йәшлек ир “Лада Ларгус” автомобилендә юлға килеп сыҡҡан мышыға төкөгән. Һөҙөмтәлә машина кюветҡа төшөп киткән һәм түңкәрелгән.
Водитель дауаханаға алып барғанда вафат булған. Мышы ла авария урынында йән биргән.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас