Новости
28 Июня 2021, 04:15

Урманда йәшен атҡан

53 йәшлек ҡатын урманға ҡайын япрағы әҙерләргә барған булған.

Ауырғазы районында бер ҡатынды йәшен атҡан, тип хәбәр итте “Аургазинский вестник” гәзите.
53 йәшлек ҡатын урманға ҡайын япрағы әҙерләргә барған булған. Ҡеүәтле йәшен утынан ул шунда уҡ һәләк булған. Шулай уҡ уның ире лә зыян күргән – шартлау тулҡыны уны ситкә алып бәргән һәм ул иҫен юғалтҡан. Аңына килгәс, ҡатынын ҡотҡарырға маташҡан, әммә был мөмкин булмаған.
Фото: Яндекс. Картинки
Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас