Новости
28 Июня 2021, 08:25

Йәштәргә айына 75 мең һумға тиклем эш хаҡы тәҡдим итәләр

Мәктәп сығарылыусылары һәм студенттар Өфөлә айына 75 мең һумға тиклем аҡса эшләй ала.

Мәктәп сығарылыусылары һәм студенттар Өфөлә айына 75 мең һумға тиклем аҡса эшләй ала. SuperJob аналитиктары эш биреүселәр тәҡдимдәрен анализлап, шундай һығымтаға килгән, тип хәбәр итә news.mail.ru.
Тәжрибәһе булмаған эш эҙләүселәр өсөн иң популяр йүнәлеш – илтеү сервистары. Хеҙмәт баҙарында курьерҙар етмәй: уларға ихтыяж пандемия башланғандан алып бер нисә тапҡырға артҡан һәм һаман да юғары кимәлдә ҡала.
Өфөлә документтар илтеү буйынса курьерҙарға айына 75 мең һумға ҡәҙәр эш хаҡы тәҡдим итәләр. Шарттар – тулы мәшғүллек һәм күп һанлы заказдар. Аҙыҡ-түлек илтеү буйынса интернет-магазин курьерына айына 66 мең һумға тиклем эш хаҡы вәғәҙә итәләр.
Шулай уҡ студенттар һәм мәктәп сығарылыусылары ритейл складтарына, сауҙа селтәрҙәре магазиндарына, мебель фабрикаһына, тиҙ туҡланыу ресторандарына эшкә урынлаша ала. Тәҡдим ителгән эш хаҡы 23 меңдән 32 мең һумға тиклем. Иң түбән эш хаҡын – айына 15,3 мең һум самаһы автозаправкалау станциялары селтәре тәҡдим итә.
Фото: Яндекс. Картинки
Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас