Новости
2 Июля 2021, 07:45

Ейәнсура районында теплицала ҡыяр үҫтереүҙе ойоштороуға ярҙам күрһәтелә

МР хакимиәте башлығы Д.М. Юланов етәкселегендә Иҙелбәк ауылында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында күсмә кәңәшмә үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
МР хакимиәте башлығы Д.М. Юланов етәкселегендә Иҙелбәк ауылында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында күсмә кәңәшмә үтте, тип хәбәр итә Ейәнсура районы хакимиәтенең социаль селтәрҙәге рәсми төркөмө.
Унда Т.М. Дәүләтшиндың “Ҡыяр үҫтереү буйынса теплица хужалығы ойоштороу” инвестиция проекты ҡаралды. Район хакимиәте башлығы ярашлы хеҙмәттәргә 2021 йылда бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам күрһәтеү буйынса муниципаль һәм республика программаларында ҡатнашыу йәһәтенән консультация ярҙамы күрһәтергә ҡушты.
Кәңәшмә аҙағында быға тиклемге “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ултырыштарында йөкмәтелгән бурыстарҙың үтәлеше анализланды.
Үҙ эшен асырға һәм ниндәй ҙә булһа проект тәҡдим итергә теләүселәр интернет аша https://investrb.ru/ru/ («Подать заявку») сайтында заявка бирә ала. Өҫтәлмә мәғлүмәт өсөн телефондар: 8(34785) 2-13-15, 8 (34785) 2-11-33.
Автор:Юлай Мурзабаев