Новости
2 Июля 2021, 05:10

Өфөгә CIOFF® президенты Филипп Боссан килде

1 июлдә Башҡортостанға донъяның 16 иленән ижади коллективтар килде

Өфө аэропорты VI Бөтә донъя фольклориадаһы ҡунаҡтарын ҡаршылауҙы дауам итә, тип хәбәр итте “Башинформ”. 1 июлдә Башҡортостанға донъяның 16 иленән: Панама, Һиндостан, АҠШ, Мексика, Перу, Боливия, Румыния Палестина, Ҡырғыҙстан, Эстония, Коста-Рика, Бенин, Камерун, Австрия, Болгария, Индонезиянан ижади коллективтар килде.
Республикаға шулай уҡ рәсми сәфәр менән CIOFF® Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәттәр ойошмалары советы президенты Филипп Боссан килеп етте.
“Башҡортостан, Өфө, республика хөкүмәте Фольклориада үткәреүгә әҙерлектә ҙур ярҙам күрһәтеүе бик яҡшы. Айырыуса пандемия осоронда был еңел булманы. Беҙ Өфөнө һайланыҡ, сөнки бындай ҙур саралар, конгрестар, фестивалдәр ойоштороуҙа бында ҙур тәжрибә булыуын беләбеҙ”, – тине CIOFF® президенты.
Бөтә донъя фольклориадаһы – CIOFF® дүрт йылға бер тапҡыр үткәргән төп сара. Рәсәйҙә фестиваль 3-10 июлдә донъяның 37 иленән 1100 самаһы артист ҡатнашлығында үтәсәк. Байрам сараларын Өфөлә һәм Башҡортостандың 22 муниципалитетында үткәреү планлаштырыла.
Фото “Башинформ”.
Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас