Новости
2 Июля 2021, 11:25

Милли кейем фестиваленә 1 млн һум аҡса тотоноу планлаштырыла

Ейәнсура районында үтәсәк милли кейем фестивале “Атайсал” проектында ҡатнаша

Ейәнсура районында үтәсәк милли кейем фестивале “Атайсал” проектында ҡатнаша.
Ейәнсура районынан “Атайсал”да ҡатнашҡан проекттар араһында 2022 йылдың 11 июлендә Таҙлар ауылында үткәрергә планлаштырылған Милли кейем фестивале лә бар. Проект сайтында күренеүенсә, планлаштырылған сығымдар 1 000 000 һум тәшкил итә, әле булған аҡса – 100 000 һум. Фестивалгә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән ҡатнашыусылар килеүе көтөлә.
Сараның маҡсаты – этнографик туризмдға ярҙам һәм уны үҫтереү.
Фестивалдә милли кейем тегеүсе оҫталарҙың мастер-класын, милли тирмәләр конкурсы, халыҡ кәсептәре изделиелары күргәҙмәһе, милли костюм бәйгеһе, сувенирҙар йәрминкәһе, фольклор концерты – үҙешмәкәрҙәр коллективтары араһында конкурс һ.б. саралар үткәреү күҙаллана.
Милли кейем фестивале ике көн барасаҡ.
Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас