Новости
6 Июля 2021, 03:25

Башҡортостанда яңы түләмдәргә ғаризалар ҡабул ителә башланы

Ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталында йәки йәшәгән урын буйынса Пенсия фондының клиент хеҙмәтендә бирергә мөмкин.

Ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталында йәки йәшәгән урын буйынса Пенсия фондының клиент хеҙмәтендә бирергә мөмкин.
Республикала ауырлы ҡатындарға һәм 8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә яңы түләмдәр түләүгә ғаризалар ҡабул ителә, тип хәбәр иттеләр республика Пенсия фонды бүлегендә.
Яңы түләмдәр 8-ҙән 17 йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән яңғыҙ әсәйҙәргә йәки атайҙарға һәм иртә срокта иҫәпкә торған ауырлы ҡатындарға түләнә.
Пособие күләме Башҡортостандағы йәшәү минимумына бәйле. Тулы булмаған ғаиләләр уны – бала өсөн йәшәү минимумының, йөклө ҡатындар өлкән кеше өсөн йәшәү минимумының 50 %-ы күләмендә аласаҡ. Шулай итеп, ул яңғыҙ ата-әсәле ғаиләләр өсөн һәр балаға – 5038,50 һум, ә ауырлы ҡатын-ҡыҙға 5320,50 һум тәшкил итә.
Пособие алыр өсөн ғаиләнең килеме йән башына йәшәү минимумынан артырға тейеш түгел.
Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас