Новости
6 Июля 2021, 09:50

Пенсионерка 1,5 млн һумдан артыҡ аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Оло йәштәге ҡатын мутлашыусылар ҡорбаны булған

Добавить в предпочтительные источники Google
Екатеринбург ҡалаһында оло йәштәге ҡатын мутлашыусылар ҡорбаны булған, тип хәбәр итте ИА REGNUM.
Енәйәтселәр пенсионеркаға шылтыратып, үҙҙәрен көс структуралары хеҙмәткәрҙәре тип таныштырған. Йыйылған аҡсаһын һаҡлау өсөн ҡатынға кредит ойошмаһы вәкилдәре менән бәйләнешкә инергә тәҡдим иткәндәр, улары иһә аҡсаны үҙҙәренең “резерв иҫәбе”нә күсереүҙе һораған.
Шулай уҡ гражданканан Екатеринбургтың бер нисә банкынан кредит алдыртҡандар, аҙаҡ аҡса шулай уҡ мутлашыусылар иҫәбенә күсерелгән.
Пенсионерка енәйәтселәргә бөтәһе 1 млн 545 мең һум аҡса күсергән.
Автор:Юлай Мурзабаев