Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2021, 11:45

Киләһе ял көндәре дүрт көнгә һуҙылыуы ихтимал

Роспотребнадзор ковидҡа ҡаршы саралар сиктәрендә өҫтәмә ял көнө тураһында тәҡдим индерҙе.

Роспотребнадзор Башҡортостандың эш биреүселәренә 2021 йылдың 19 июлендә хеҙмәт хаҡын һаҡлап ҡалып, эшләмәҫкә тәҡдим итте, тип яҙҙы “Башинформ”. Шуға күрә республикала йәшәүселәр дүрт көн рәттән – 17-нән 20-һенә тиклем ял итеүе мөмкин.
Роспотребнадзор ковидҡа ҡаршы саралар сиктәрендә өҫтәмә ял көнө тураһында тәҡдим индерҙе.
Власть органдарына һәм башҡа учреждениеларға был көндә ошо ойошмаларҙың эшмәкәрлеген тәьмин иткән хеҙмәткәрҙәр һанын билдәләргә кәрәк.
Быға тиклем хәбәр итеүебеҙсә, Радий Хабиров COVID-19 буйынса сикләү индереү ваҡытын 12 июлдән 26-һына күсерҙе.
Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: