Үткән төндә булған юл-транспорт ваҡиғаһы ике йәш кешенең ғүмерен өҙҙө.
Республика ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, авария Хәйбулла районында, Юлдыбай – Аҡъяр – Сара юлының 58-се саҡрымында булған. 19 йәшлек водитель “Шкода Октавиа” автомобилендә ул хәрәкәт иткән йүнәлештә барған “ИЖ-Планета” мотоциклына төкөгән. 24 йәшлек мотоциклист һәм уның 20 йәшлек пассажиры алынған йәрәхәттәрҙән урында вафат булған.
Мотоциклистың водитель танытмаһы булмауы билдәле, шулай уҡ һәләк булыусыларҙың мотошлемдары булмаған. “Шкода” водителе әйтеүенсә, мотоциклдың артҡы фонаре янмаған, шулай уҡ мотоциклдағыларҙың кейемендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар булмаған.