- Башҡортостанға нигеҙҙә "Спутник V" вакцинаһы алына. Ул үҙенең хәүефһеҙлеген һәм һөҙөмтәлелеген раҫланы. Көндән-көн республика халҡының Рәсәй вакцинаһына ышанысы артыуын күрәбеҙ. Беҙҙең төбәктән 700 меңдән ашыу кеше вакцина эшләтте лә инде. Мин үҙем дә “Спутник” вакцинаһы менән прививкаландым , – ти СПИД үҙәгенең баш табибы.
– "Спутник" вакцинаһына Nature фәнни-популяр журнал ғына ыңғай баһа биреп ҡалманы, Рәсәй вакцинаһы тураһында иң боронғо һәм абруйлы медицина журналдарының береһе – The Lancet та, ғилми тикшеренеүҙәргә нигеҙләнеп, хуплап яҙып сыҡты, – тип билдәләй Рафаэль Яппаров.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау органдарынан "Спутник V" вакцинаһының ҡатмарлы эҙемтәләре тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт булманы. Шул уҡ ваҡытта ковид-госпиталдәрҙә ҡаты ауырыған пациенттар араһында коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләткән берәү ҙә юҡ.
- 100 процент ышаныс менән әйтә алабыҙ, вакциналау инфекция йоҡторған хәлдә лә ауырыуҙы еңел үткәрергә ярҙам итә һәм уның аҙағы насар тамамланыуҙан һаҡлай. Беҙгә иң мөһиме – һәр беребеҙ ҡурҡмай, иркен аралашырлыҡ коллектив иммунитет булдырыу, – ти эксперт.
Белгестәр фекеренсә, антиесемдәр булыу-булмауы мөһим түгел. Сирләгән кешеләрҙә ул айырым штамға ҡаршы барлыҡҡа килә һәм коронавирустың башҡа төрҙәренән һаҡламай. Әлеге ваҡытта эпидемиологик хәл етди, шунлыҡтан ярты йылға бер тапҡыр прививка эшләтеп торорға кәрәк.
- "Спутник V" менән вакциналанғандан һуң барлыҡҡа килгән антиесемдәр коронавирустың яңы мутацияларынан һаҡлауын күрһәтә, – ти Рафаэль Яппаров.