Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2021, 15:35

Күбәләктәр баҫып алды

Һуңғы осор ҡаланы ниндәйҙер күбәләктәр баҫып алды. Улар ишек алдында, баҡсала күп. Күбәләктәр ағастар, кәбеҫтәләрҙә генә түгел, ҡый үләндәрендә лә ултыра. Улар ни өсөн шулай күп? Был күбәләктәр баҡсаға зыян килтерәме? Улар менән нисек көрәшергә?

Һуңғы осор ҡаланы ниндәйҙер күбәләктәр баҫып алды. Улар ишек алдында, баҡсала күп. Күбәләктәр ағастар, кәбеҫтәләрҙә генә түгел, ҡый үләндәрендә лә ултыра. Улар ни өсөн шулай күп? Был күбәләктәр баҡсаға зыян килтерәме? Улар менән нисек көрәшергә?

Һорауға баш агроном Нәжип Ишбулды Хәсәнов улы яуап бирә:

- Эйе, бар ерҙе болон күбәләктәре (луговой мотылек) баҫып алды. Улар бар йәшеллеккә көслө зыян килтерә. Был күбәләктәр – иң хәүефле бөжәктәрҙең береһенә инә. Сөнки ул тиҙ тарала һәм алыҫ араны осоп үтә. Уларҙың күпләп үрсеүенең сәбәбе – көндәрҙең яҙҙан алып үтә эҫе тороуы, ямғырҙар яумауы (ямғыр яуһа, күбәләктәр йомортҡа һала алмай). Башҡа яҙ-йәй миҙгелдәрендә лә улар була, тик улай күп булмағас, беҙ уларға иғтибар бирмәйбеҙ. Был күбәләктәр баҡсалағы ағастарға, йәшелсә, емеш-еләккә генә түгел, ә ҡый үләндәренә лә зыян килтерә. Сөнки уларҙың ҡарышлауыҡтары бар нәмәне ашай һәм ҡорота. Көн йылы торһа, күбәләктәрҙең ҡарышлауығы 4-5 көндән һуң сыға һәм бар йәшеллекте кимерә башлай. Күбәләктәрҙе һәм уларҙың ҡарышлауыҡтарын юҡ итеү өсөн баҡсаны махсус препараттар менән эшкәртергә кәрәк. Бындай препараттар орлоҡ, гөл-сәскә һатҡан магазиндарҙа, баҙарҙа була. Препаратты нисек иҙергә, ниндәй көндәрҙә һәм нисек эшкәртергә кәрәклеге тураһындағы иҫкәрмәгә ҡарап эш итегеҙ.

Быйыл күбәләк-ҡорттар менән көрәшеү ысулдарын ҡулланмаһағыҙ, улар икенсе йыл тағы күберәк буласаҡ. Шулай уҡ тәжрибәле баҡсасылар ҡорттар килмәһен өсөн хужалыҡтарында гөлбаҙран, һарымһаҡ, һуған, әрем һ.б. ҡуллана. Ундай ысулды ла ҡулланыу артыҡ булмаҫ.

Сығанаҡ: "Һаҡмар" гәзите.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: