Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы Ейәнсура районыныда 13 га тирәһе урман янғыны һүндерелеүе тураһында хәбәр итте.
Майҙаны 3,4 га булған тағы бер урман янғыны Белорет районында контролгә алынған, әммә әле һүндерелмәгән, тип белдерҙеләр ведомствола.
Бөгөн Күгәрсен һәм Мәләүез райондары урмандарында максималь, бишенсе класлы урман янғыны прогнозлана.
Республика урман фонды территорияһында 15 апрелдән 14 июлгә тиклем бөтәһе 208 янғын теркәлгән. Ут ялмап алған дөйөм майҙан 2341 га тәшкил иткән.
Быға тиклем хәбәр ителеүенсә, үткән тәүлектә Башҡортостанда дөйөм майҙаны 11,3 га булған өс яңы урман янғыны теркәлгән.