Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк буйынса баш идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, ғәҙәттән тыш хәл режимы “тупраҡ һәм атмосфера ҡоролоғона һәм ҡоро елдәргә бәйле”, шулай уҡ хәүефле агрометеорологик күренештәр тәьҫире һөҙөмтәһендә ауыл хужалығы культуралары сәсеүлектәре һәләк булыуға бәйле индерелгән.
Республика Башлығы бойороғона ярашлы ғәҙәттән тыш хәл режимы 28 июлгә тиклем Баймаҡ, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещен, Дыуан, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Йылайыр, Илеш, Ишембай, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мишкә, Салауат, Туймазы, Өфө, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә, Шаран районадарында, шулай уҡ Күмертауҙа ғәмәлдә була.