Һуңғы тәүлектә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары урманда юғалған ике ирҙе эҙләргә сыҡҡан, тип
хәбәр итә “Башинформ”. 13 июль кисендә 62 йәшлек ир Нуриман районы Ҡыҙыл шишмә ауылы янындағы урманда аҙашҡан. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, төндө ул кеше йөрөмәгән ерҙә үткәргән. 14 июлдә иртән ҡотҡарыусылар уны Павловка ауылында тапҡан.