Новости
14 Июля 2021, 04:45

Кишерҙең ярты йылда 321 процентҡа ҡиммәтләнеү сәбәбе аталды

Ни өсөн республикала кишергә һәм сөгөлдөргә хаҡтар ҡапыл артты? Был һорау Башҡортостан сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев “Вся Уфа” телеканалында яуап биргән һорауҙар араһында иң актуаль булды.

Ни өсөн республикала кишергә һәм сөгөлдөргә хаҡтар ҡапыл артты?
Был һорау Башҡортостан сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев “Вся Уфа” телеканалында яуап биргән һорауҙар араһында иң актуаль булды, тип хәбәр итте news.mail.ru. Башстат мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылдың декабренән 2021 йылдың июненә тиклем кишер 321 %-ҡа ҡиммәтләнгән һәм хәҙер бер килограмы уртаса 98,7 һум тора.
– Бында бер нисә факторҙы иҫәпкә алырға кәрәк. Беренсенән, йәшелсәләр йыйылмаһы ҡиммәтләнеүе миҙгелгә бәйле. Иң түбән хаҡ сентябрҙә һәм был айҙан алыҫлашҡан һайын, продукцияны һаҡлау хаҡы юғарыраҡ, тауар күләмдәре кәмей бара һәм ярашлы рәүештә хаҡ арта, – тип аңлатты министр.
Уның әйтеүенсә, 2021 йылда хаҡтарҙың ғәҙәттәгенән нығыраҡ артыуы пандемияға ла бәйле.
– Беҙҙә былтыр көньяҡ республикаларҙан эш көстәренә ҙур дефицит булыуы күҙәтелде. Ошоға бәйле күп кенә ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр сәсеүлектәр майҙандарын кәметергә мәжбүр булды. Һөҙөмтәлә хәҙер һаҡлағыстарҙа йәшелсәләр күләме әҙ, – тине Алексей Гусев.
Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас