Бөгөн Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылынан “Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау шихандарын һаҡлайыҡ!” ойошмаһын етәкләүсе булараҡ билдәле булған Абдрахман Вәлидовтың вафат булыуы хаҡында билдәле булды, тип
хәбәр итте “Пруфы”. Ул үпкәләре 80% зарарланып, Стәрлетамаҡ ковид-госпиталендә ятҡан булған. 76 йәшендә вафат булған ир быға тиклем йөрәге менән проблема булыуына зарланған.