Новости
3 Августа 2021, 15:15

Бер тәүлектә 3 млн һумлыҡ афера

Алдап кеҫә ҡалынайтыусылар Башҡортостандың тиҙ ышаныусан граждандарында бер көндә 3 млн һум аҡса эшләгән.

Бер тәүлектә 3 млн һумлыҡ афераБер тәүлектә 3 млн һумлыҡ афера
Бер тәүлектә 3 млн һумлыҡ афера

Үткән тәүлектә Эске эштәр министрлығына зыян күреүселәрҙән 27 ғариза килгән, тип хәбәр итә ufatime.

11 кешене Интернет аша тауар һатып алғанда йәки һатҡанда алдағандар, 7 кеше үҙҙәрен банк хеҙмәткәре тип таныштырған аферистарға ышанған, 6 кеше социаль селтәрҙәрҙәге һатыусыларға аҡса күсергән, өсәү ялған трейдерҙарға ышанған.

Үҙен инвестиция компанияһы хеҙмәткәре тип таныштырған мошенник иң табыш алған. Ул Бәләбәй районының 46 йәшлек кешеһен бер миллион һум инвестицияларға күндергән һәм, аҡса ҡулына эләккәс, юҡҡа сыҡҡан. Был эш менән хәҙер полиция шөғөлләнә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас