

Үҙәк матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, Мәскәү ҡалаһының Головачев урамында 15 йәшлек үҫмергә копюшонлы кофта кейгән ир килә. Ул бер адресты атап, унда нисек үтергә икәнлеген һорай. Унан ҡыҙ артынан атлай. Ҡыҙ йүгереп ҡасырға маташҡанда уны ҡыуып етә лә, һул яҡ янбашына шприц энәһе менән сәнсә.
Ҡыҙ аҙмы-күпме ваҡыт аңын юғалтып тора ла, иҫенә килеп, янындағы хәрби училищеға килеп, ярҙам һорай. Улар "ашығыс ярҙам" саҡырта.
Дауаханала ҡыҙҙың билдәһеҙ матдә менән ағыуланыуын әйтәләр. Полиция тикшереү һәм эҙләү эштәрен дауам итә.