

Башҡортостандың Дәүләкән районы суды 18 йәшлек егеткә ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул “үлтерергә маташыу” һәм “яман уй менән сит мөлкәтте юҡ итергә йәки зыян килтерергә маташыу” статьялары буйынса ғәйепле, тип танылды
БР прокуратураһы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ғәйепләнеүсе үҙенең ҡыҙы менән һүҙгә килгән. Ҡыҙ уның менән мөнәсәбәттәрҙе өҙөү тураһында белдергәс, үс алырға ҡарар иткән. Былтыр август айында хөкөм ителеүсе ихатаға үтеп ингән һәм өйҙөң төкәтмәһенә ут төрткән. Был ваҡытта ҡыҙҙың әсәһе 12 йәшлек улы һәм 7 йәшлек ейәне менән йоҡларға ятҡан булған. Ғаиләне ҡатындың һиҙгерлеге ҡатҡарған, ул уянып, утты һүндергән.
Хөкөм ителеүсе үҙ ғәйебен таныған. Суд уны биш йылға иркенән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләгән.