

Мәскәүҙә 24 йәшлек ир 2-3 йәштәрҙәге улын 5-се ҡаттан ташлаған. Леонид Кудрявцев наркотик тәьҫирендә булған. Был эште ҡылғас ул ҡасып, йорттан алыҫ булмаған ҡыуаҡлыҡта йәшеренергә маташҡан. Ҡулға алғанда ул был ҡылығын баланы "һауыҡтырырға" уйлауы менән аңлата.
Малай ауыр хәлдә дауаханаға килтерелә. Күреүселәр әйтеүенсә ул ҡолап төшкәс тә иҫендә була, "ауырта" тип әйтә. Табиптар йәрәхәттәрҙең күплегенә ҡарамай, яҡшыға өмөтләнә.
Баланың әсәһе әйтеүенсә, Кудрявцев Мскәүҙәге ҡәйнәһенә прививка эшләтергә килгән була. Инцеденттан алдағы көндә улар талаша.