Новости
8 Августа 2021, 05:14

ҠАЙҘА ВЕРТОЛЕТТАР?

Ни эшләп Республика бренды булған вертолеттар янғын һүндерергә килмәй?

“Яңыраҡ Мәскәүҙә күргәҙмәлә күрһәткән янғын һүндереүсе самолеттар ҡайҙа? Ни өсөн уларҙы Хәйбулла районына ебәрмәйһегеҙ? Унда ауылдар яна, һеҙгә барыбырмы ни?” тип яҙған 7 августа социаль селтәрҙәрҙә бер ҡулланыусы.

Был турала республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре аңлатма бирҙе. Эш шунда, янғындар төрлө була: урман, ялан һәм тораҡ пункттарҙа. Һәм уларҙы һүндереү ысулдары ла төрлө. Үрҙә яҙған кеше таптырған самолет һәм вертолеттар үрҙәге урман янғындарын һүндереүҙә ҡулланыла.

Дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, 7 августа республикала түбән урман янғындары ғәмәлдә. Уларҙы һүндереү өсөн иң һөҙөмтәлеһе – минералләштерелгән һыҙаттар үткәреү, ҡаршы ут өтөүҙе файҙаланыу һәм ранецтар менән ҡулдан һүндереү. Был айырыуса ҡатмарлы рельефлы урындарҙа көнүҙәк.

Һәм әлбиттә, республикала янып бөткән ауылдар юҡ. Тәбиғәт янғындарына бәйле хәл контролдә.

Вертолеттар тураһында әйткәндә, һүрәттә – Ка-32. Был ҡотҡарыу һәм янғынға ҡаршы көрәш өсөн иң яҡшы машиналарҙың береһе. Айырыуса, ҡала һәм бейек таулы шарттар өсөн яҡшы.

Икенсе фотола – Ка-32А11М вертолеты, уны республика июлдә Жуковскийҙа күрһәткәйне. Был “Ка-32” серияһындағы иң яҡшы вертолет. Ул климаттың иң ҡатмарлы шарттарында ла эшләй ала. Уның янғын һүндереү системаһы автоматик рәүештә бер минутта 4 тонна һыу йыйыу мөмкинлеге бирә.

Башинформдан.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас