Новости
8 Августа 2021, 13:29

Ил төкөрһә - күл була

Хөрмәтле райондаштар!

Добавить в предпочтительные источники Google
Ил төкөрһә - күл булаИл төкөрһә - күл була
Ил төкөрһә - күл була

Хөрмәтле райондаштар!

Әле районда ике урында – Хәйбулла районы менән Биштирәк ауылы һәм Абзан-Бужан ауылдары араһында янғын дауам итә. Уларҙа, махсус хеҙмәттәр менән берҙәй әүҙем ҡатнашҡан халыҡҡа, ирекмәндәргә ҙур рәхмәт! Һеҙҙең ярҙам баһалап бөткөһөҙ!

Әгәр райондаштар араһында ирекмәндәр рәтен тулыландырып, янғын менән көрәшкә ҡушылырға теләүселәр бар икән, рәхим итегеҙ! Һеҙҙе иртәгә, 9 августа, иртәнге сәғәт 9-ҙа район хакимиәте эргәһендәге стоянкала ике автобус көтәсәк. Ярашлы кейем, әҙерәк тамаҡ ялғарлыҡ ризыҡ, термос менән сәй алһағыҙ, урында инструктаж үткәреп,  “ранец”тар таратып бирерҙәр. 

Кураторҙар Руслан Радикович (89270864449) һәм Фидан Фанзиевич (89279273148)

Автор:Альмира Аюпова