Новости
8 Августа 2021, 15:17

Йәнә бала - һыу ҡорбаны

Фажиғә тураһында Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә.

Йәнә бала - һыу ҡорбаныЙәнә бала - һыу ҡорбаны
Йәнә бала - һыу ҡорбаны

Саҡмағош районының Базы быуаһында 2 йәшлек баланың батып үлеүе теркәлгән. Ул үҙенең 3 йәшлек ағаһы өлкәндәрһеҙ генә менән уйнап йөрөгән булған. Быуа һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән, һыу инеү тыйылыу тураһында аншлаг ҡуйылған булған. Тик балалар ғына быны аңламай шул...

Ҡотҡарыусылар ата-әсәләргә мөрәжәғәт итә: балаларығыҙ менән һыу ятҡылыҡтарының хәүефле булыуы хаҡында һөйләшегеҙ, өлкәндәрһеҙ һыу буйына барырға ярамағанлығын аңлатығыҙ, бәләкәй балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас