

Бангладештағы йәш ғаиләнең иң бәхетле көнө тиҫтәләгән ҡунаҡ өсөн ҡайҡылы көнгә әйләнгән. Туй барған кәмә Падма йылғаһы ярына килеп туҡтауы булған, уны шунда уҡ йәшен һуҡҡан. 17 кеше шунда уҡ йән биргән, ә 14 кеше, шул иҫәптән кейәү ҙә йәрәхәт алған. Улар дауаханаға оҙатылған.
Бангладеш йәшен һуғыуҙан үлеүселәр һаны буйынса рекордсмен булып тора. Мәҫәлән, 2016 йылда йәшен 200-ҙән ашыу кешенең ғүмерен өҙә. Шуларҙың 82-һе бер көн эсендә үлә.