Новости
11 Августа 2021, 07:45

Балалар өсөн вакцина һынауҙар үтә

Гинцбург коронавирустан балалар өсөн вакцина һәм уның кире тәьҫире тураһында һөйләне

Балалар өсөн вакцина һынауҙар үтәБалалар өсөн вакцина һынауҙар үтә
Балалар өсөн вакцина һынауҙар үтә

Гамалея исемендәге үҙәк етәксеһе Александр Гинцбург коронавирустан вакцинаның балалар өсөн вариантын 15 сентябргә һынауҙарҙың өсөнсө фазаһын үткрмәйенсә теркәү планы тураһында һөйләне, тип хәбәр итте “Известия”. Хәҙер препараттың ике варианты: 1:10 һәм 1:5 концентрацияһында тикшерелә. Икенсе вариантта 37,5 градусҡа тиклем температура күҙәтелә.

“Беренсеһе буйынса бер ниндәй ҙә кире тәьҫир юҡ һәм шул уҡ ваҡытта балаларҙың иммун яуабы, ололарҙан айырмалы, бик көслө. Ә 1:5-тең шулай уҡ артыҡ кире тәьҫире юҡ, әммә 37,5 градус тирәһе температура бар”, – тине Гицбург.

Хәҙер һынауҙар 12-17 йәшлек балаларҙа үткәрелә. Тикшереүҙәр уңышлы булған осраҡта 12 йәштән түбән төркөмгә күсергә мөмкин буласаҡ.

Гамалея исемендәге үҙәк етәксеһе, әгәр һынауҙарҙың өсөнсө фазаһын үткәреү талап ителһә, вакцинаны 15 сентябргә теркәп өлгөрөп булмаҫына хәүефләнә. Ул балалар мәктәпкә “һинд штамы” таралған осраҡта барасағын билдәләне. “Һәм 20 сентябргә башта балаларҙа, ә аҙаҡ беҙҙең бөтәбеҙҙә лә проблемалар булыуы мөмкин”, – тип аңлатты Гинцбург.

Гамалея үҙәге «Спутник V» һәм «Спутник Лайт» вакциналарын эшләне. «ЭпиВакКорона» вакцинаһын сығарыусылар иһә балаларҙы вакциналарға кәрәкмәй, сөнки улар ауырыуҙы еңел үткәрә, тип иҫәпләй.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас