

"Лопатник яна!!!" тигән хәүефле шылтыратыу алғанда төнгө 2-се киткән ине. Ысынлап та, шул тарафта офоҡ - ҡып-ҡыҙыл! "Бөркөт"тәр Биштирәктән ҡайтышлай ҡалдырған "ранец"тарға һыу тултырып, егеттәр алып, юлландыҡ. Янғын Лопатниктан ары, Ырымбур сигендә булып сыҡты.
Ут ҡурҡыныс булып, ҙур майҙанды биләп алған. Етмәһә, ҡарышҡандай, ел көсәйеп китте. Кеше күп, бигерәк тә йәштәр. Хатта Күгәрсен, Бикбау ауылдарына да килгәндәр. Янғын һүндереүселәр, "Бөркөт"тәр, Иҫәнғол, Таҙлар биләмәләре халҡы бергәләп ут менән көрәште. Район хакимиәте һәм "бөркөт"тәрҙең ранецтары таратып алынды, янғын һүндереү машинаһы һыу менән тәьмин итте. Шулай күмәк көс менән янғын туҡтатылды.
Район хакимиәте, ЕДДС, урман хужалығы вәкилдәренән дежурныйҙар ҡалды. Халыҡ таралды. Был ваҡытта инде таң атҡан ине...