

Өфөлә УМПО-ла өлкән мастер булып эшләгән 30 йәшлек ир 2016 йылдан 2020 йылға тиклем ҡулы аҫтында эшләгән алты хеҙмәткәрҙән эш хаҡының бер өлөшөн уға түләүҙе талап иткән. Бының өсөн уларға күберәк хаҡ түләнгән хеҙмәттәр яҙған. Тегеләр риза булмаһа, эштән сығарыу, иң аҙ эш хаҡы түләү менән янаған. Шулай итеп, хеҙмәттәштәре уның картаһына күсереп барған сумма 850 мең һум тәшкил иткән.
Иҡтисади енәйәттәр менән көрәш бүлеге асыҡлаған был факттар буйынса был мастер РФ Енәйәт кодексының 290-сы статьяһының 5-се часы буйынса, йәғни "Ҙур күләмдә ришәүәт алыу өсөн" ғәйепләнә.