Новости
12 Августа 2021, 17:06

Үҫмерҙәрҙе эҙләйҙәр

Улар социаль приюттан ҡасҡан.

Үҫмерҙәрҙе эҙләйҙәрҮҫмерҙәрҙе эҙләйҙәр
Үҫмерҙәрҙе эҙләйҙәр

Ырымбур өлкәһендә бөгөн, 12 августа "Островок" социаль-реабилитация үҙәгенән сығып киткән 15 йәшлек Сабрина Кәримова менән 12 йәшлек Маргарита Кравченконы эҙләйҙәр.

Улар Гай, Новотроицк һәм Орск тирәһендә булыуы мөмкин. Сабрина күк джинсы, көлһыу-һоро свитер, кроссовки, ә Маргарита көлһыу-һоро төҫтәге шаҡмаҡлы салбар, һары свитер, кроссовки кейәгән.

Төркөмдәштәребеҙ араһында атап кителгән ҡала-райондарҙа йәшәгәндәр ҙә бар икәнлеген иҫәпкә алып, улар ҡыҙҙар тураһында берәй мәғлүмәткә эйә булһа, 8-35362-4-25-24 телефоны буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайбыҙ.

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас